Хуш, Өфө сәхнәһе. Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы Сәғиҙулла Байегет сәхнә менән хушлаша.Сәғиҙулла Байегет сәхнә менән хушлаша. Ошо турала ул “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында белдерҙе. Йырсының эстраданан китеүенең сәбәбе лә бар. Артист уны тауышҡа бәйләй. Хәҙер Сәғиҙулла Байегет актерлыҡ йүнәлешенә күберәк көс һаласаҡ.
50 йәшен ҡаршылаған Сәғиҙулла Исмәғил улы “Өфө ваҡыты” тапшырыуында тамашасылар һорауҙарына яуап бирҙе. 3-сө апрель, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында буласаҡ ижад кисәһенә юбиляр үҙенең сәхнәләш дуҫтарын саҡырған. 4 сәғәткә иҫәпләнгән концертта артист үҙенең иң популяр йырҙарын башҡарырға ниәтләй.