"Өфө ваҡыты" - 09.09.2024 «Туташ» спектакле

Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр исемлеге раҫланды.
  • "Өфө ваҡыты" - 09.09.2024 «Туташ» спектакле

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырылған наградаға дәғүә итеүселәр араһында Өфө “Нур” дәүләт татар театрының «Туташ" спектакле бар.
"Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуына "Туташ" спектакленең режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин һәм Башҡортостандың халыҡ артискаһы Финә Вәлиева ҡунаҡҡа килделәр.

Эфир барышында был спектакльдең нисек тыуыуы, идеяһы , тамашасы уны нисек ҡабул итеүе тураһында һүҙ барҙы. Фина Валеева Сәхебямал Ғиззәтуллина-Волжская образы өҫтөндә нисек эшләгәне тураһында тамашасылар менән хис-тойғолары менән бүлеште.