"Өфө ваҡыты" - 19.09.2024 Демография – көнүҙәк мәсьәлә

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
  • "Өфө ваҡыты" - 19.09.2024 Демография – көнүҙәк мәсьәлә

Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфөлә лә демографик хәлде тотороҡло тип баһаларға мөмкин. Әммә, ошо өлкәлә көнүҙәк мәсьәләләр юҡ түгел. Мәҫәлән, ЭКО процедуралары. Республикаға йыл һайын ЭКО буйынса кәм тигәндә 4 мең квота кәрәк. Ошо турала “Өфө ваҡыты” тапшырыуында табип-эмбриолог Рәмилә Үҙәнбаева белдерҙе. Башҡортостанда ЭКО ярҙамында донъяға килгән тәүге сабыйҙарға быйыл 18 йәш тулған. Уларҙың сәләмәтлеге һәм һаулығы даими күҙәтеүҙә, ти Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуында шулй уҡ түлһеҙлек тураһында һөйләшеү булды. Яңыраҡ баш ҡала табиптары 16 йәш кешене тикшергән. Тик һөҙөмтәләр хәүефле. Тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙың 5 проценты түлһеҙ булып сыҡҡан. Уларға киләсәктә атай булыу өсөн айырым процедуралар үтергә тура киләсәк. Табип-эмбриолог менән һөйләшеү барышында аборттар һәм суррогат әсәлек һорауҙарына ла аныҡлыҡ индерелде.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.