Өфө ваҡыты - Салауат Юлаев һәйкәле

Башҡортостандың символы – Салауат Юлаев һәйкәле, уның биләмәһен реконструкциялау киләһе йылда башлана.
  • Өфө ваҡыты - Салауат Юлаев һәйкәле

Монументаль ҡоролманы яңыртыу, майҙанды тәртипкә килтереү йыл ярым ваҡыт кәрәк. Ошо турала “Башҡортостан 24” муниципаль каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында Башҡортостандың мәҙәни мираҫ обьекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтин белдерҙе. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн һәйкәлдең емерелеү ихтималлығы юғары. Ул йыл һайын кәм тигәндә 8 градусҡа ауыша. Әгәр ел тиҙлеге секундына 25 метрҙан юғарыраҡ булһа, Салауат Юлаев һәйкәленең Ағиҙел ярынан түбән тәгәрәүе ихтимал. Реконструкция эштәре Өфөлә, Нижегородка биҫтәһендәге махсус цехтарҙың береһендә алып барыласаҡ. Салауат Ҡолбахтин билдәләүенсә, һәйкәлде яңыртыуҙы сәйәсәт йүнәлешенә борорға ярамай.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.