“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “ӨФө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы ислам дине, уның тәғлимәттәре, ҡағиҙәләр, талаптар тураһында барҙы. Әңгәмәлә ҡатнашҡан “Ләлә-Тюльпан” мәсетенең имам-хатибы Рауил Мәмлиев әйтеүенсә, ислам дине ҡара көстәр менән ҡатнашыусылар, уларға хеҙмәт итеп, сихыр-зәхмәткә тартылғандарға тәүбәгә килергә ҡуша. Ислам динендә “өшкөрөү” тигән төшөнсә һәр даим йәшәп килгән. Кешене теге йәки был сырхауҙан дауалау өсөн Ҡөръән сүрәләрен уҡыу, аяттар ярҙамында шифалар биреү борон-борондан килгән. Шул уҡ ваҡытты “күҙ тейеү” ҙә юҡ түгел. Рауил хәҙрәт Мәмлиев һүҙҙәренә ҡарағанда, насар көстәрҙән һаланыу өсөн кеше иманлы булырға, Аллаһы Тәғәлә ярҙамына ышанырға тейеш.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.







