Өфө ваҡыты - 19.11.2024 Ришат Миндияровтың яҡты иҫтәлегенә

Ришат Миндияровтың яҡты иҫтәлегенә.
  • Өфө ваҡыты - 19.11.2024 Ришат Миндияровтың яҡты иҫтәлегенә

"Башҡортостан 24" телевизион каналының "Өфө ваҡыты" тапшырыуының кесаҙна сығарылышы хеҙмәттәшебеҙ, "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһының элекке етәксеһе Ришат Миндияров иҫтәлегенә бағышланды. Коллегабыҙҙың беҙҙең аранан китеүенә бер йыл. Тапшырыуҙа Ришат Фәтхенислам улының тормош иптәше Резеда Миндиярова, әрмеләге хеҙмәттәше, курсташы Зәки Әлибаев, “Рәсәй-Башҡортостан радиоһының” сығарылыш бүлеге мөхәррире Дилара Әхмәҙишина ҡатнашты.

Программала Ришат Миндияровтың тормошо, эшенә бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында әңгәмә ҡоролдо. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Ҡариҙел районы Абдулла ауылы янындағы күпергә Ришат Миндияров исеме бирелде.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.