“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы баш ҡаланың махсус урта белем биреү уҡыу йорттары, уларҙың эшмәкәрлегенә арналды. Колледж-техникумдарҙы камиллаштырыу, эшсе һөнәрҙәргә эйә булған йәштәр һанын арттырыу төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғона ярашлы, 2028-се йылда ошондай һөнәргә эйә булған йәш кадрҙар һаны миллион кешегә етергә тейеш. Башҡортостан үҙ сиратында колледждарҙа бюджет урындарын арттыра. Быйыл ҡаҙна иҫәбенә белем алыусы йәштәр 2000 күбәйергә тейеш.
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Ришат Сабитов билдәләүенсә, был мәсьәлә хәл итерлек. Республикалағы 93 колледж һәм уның филиалдарында егермешәр өҫтәмә урын булһа ла, маҡсаттар бойомға ашырлыҡ. Ришат Сабитов сауҙа-иҡтисад колледжында абитуриенттарҙың йылдан-йыл артыуын әйтә. Былтыр, мәҫәлән, айырым йүнәлештәр буйынса бер урынға 21 кеше дәғүә иткән.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.