Өфө ваҡыты-Һин ултыртҡан муйыл

Өфө ваҡыты-Һин ултыртҡан муйыл
  • Өфө ваҡыты-Һин ултыртҡан муйыл

12 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучуковаға арналған хәтер кисәһе үҙасаҡ. Ошо айҡанлы эфирҙа йырсының ижадына һәм рухи мираҫына бағышланған әңгәмә ойошторолдо.

Студия ҡунаҡтары — Роза Аҡкучукованың улы, йырсы Руслан Шәйхетдинов һәм сараның ойоштороусыһы Рәзилә Салауатова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Тапшырыуҙа халыҡ йырсыһының ижад юлы, сәнғәткә индергән ҙур өлөшө һәм был хәтер кисәһенең әһәмиәте тураһында һүҙ алып барылды.