Уфимское время - Күҙҙәреңде үҙең һаҡла

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
  • Уфимское время - Күҙҙәреңде үҙең һаҡла

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шаршамбы сығарылышы күҙ, уларҙың һаулығына арналды. Республикала күҙҙәре насар күреүгә зарланыусылар арта. Башҡортостанда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөн 50, ә ир-егеттәрҙең 44 проценты офтальмологтар кәңәше буйынса күҙлек кейә. Ә мәктәп уҡыусыларының яртыһынан күберәге насар күреүгә зарлана. Студия ҡунаҡтары — оптика фирмаһының күсмә проекттары директоры Нәсим Ҡотлоғәлләмов менән оптометрист Гөлзинә Нәүширванова күҙлек һайлау, күҙҙәрҙе дауалау буйынса кәңәштәр бирҙе.