Беҙҙең студияла популяр йырсы һәм виртуоз гитарист Ilgizmo (Илгиз Муллагәләмов) менән йәнле эфир үтте. Эфир барышында беҙ уның 6 мартта Өфөлә үтәсәк ҙур шәхси концерты, ижади пландары тураһында һүҙ йөрөттөк.
Ilgizmo концерттарға әҙерләнеү серҙәре һәм ижади эшмәкәрлеге менән уртаҡлашты. Ул шулай уҡ шәхси тормошондағы ҡыҙыҡлы мәлдәр, сәхнәләге иң иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында һөйләне һәм йәш музыканттарға үҙенең кәңәштәрен бирҙе.