“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы социаль сир – туберкулез, уны иҫкәртеүгә арналды. Студия эксперты – Башҡортостан Һаулыҡ һәҡлау министрлығының штаттан тыш баш фтизиаторы Миңленур Азаматова әйтеүенсә, тағы 5 йылдан республикала туберкулез сире тулыһынса юҡҡа сығасаҡ. Ошо күрһәткес буйынса Өфө башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда арттараҡ килһә лә, хәлдәр ҡәнәғәтләнерлек. Ә Өфөнөң үҙендә иһә туберкулез иң киң таралған райондар тип Орджоникидзе менән Калинин райондары иҫәпләнә. Социаль ауырыуға тәү сиратта берәҙәк тормош алып барыусылар, эскелек, наркомания менән мауығыусылар дусар. Әйткәндәй, 24-се март донъяла “Туберкулезға ҡаршы көрәш көнө” билдәләнә.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.