“Башҡортостан 24” муниципаль каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы хужаһыҙ ҡалған йорт хайуандары, тәү сиратта, эттәргә арналды. Республикала уларға бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Йыл башынан төбәктә меңдән ашыу кеше эттән тешләнеп, табиптарға мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, урамда, хужаһыҙ йөрөгән эттәргә ҡаршы көрәш өсөн ҡануниәт базаһы ныҡлы түгел. Теге йәки был законды бойомға ашырған саҡта зооһаҡсылар ҙур кәртә ҡора.
Республика парламенты депутаты Руфина Шаһапова әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостанда эттәргә махсус чип ҡуйыу кәрәк. Йорт хайуандарына урынлаштырылған махсус билдәләмәләр бер-нисә мәсьәләгә яуап. Тәү сиратта, чиптар ярҙамында эттәрен урамға сығарып ташлаған хужаларҙы асыҡлау мөмкинлеге бар.