“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы көнүҙәк темаларҙың береһе – ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арналды. “Әсән” ҡошсолоҡ фабрикаһын ойоштороусоларҙың береһе, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев ҡатнашлығындағы программала ҡаралған һорауҙар тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Бөгөн Башҡортостан үҙен тулыһынса ҡош-ҡорт ите, йомортҡа менән тәьмин итеп, Рәсәй кимәлендәге генетик үҙәк булырға тейеш. Зифҡәт Сәейтғәлиев әйтеүенсә, “Әсән” хужалығы үҙ тауарын һатыу өсөн Өфөлә махсус кибеттәр булдырырға әҙер. Тамашасылар, тимәк, ҡулланыусылар үтенесен бойомға ашырыу өсөн фабрика бөтә мөмкинлектәрҙе лә тикшерәсәк.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.