Өфөләге иң иҫтәлекле урындарҙың береһе – В. Лениндың йорт-музейы тулыһынса ремонтлана. Капиталь үҙгәртеп ҡороу 2026-сы йылға тәғәйенләнгән. Ошо турала “Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуында В. Лениндың Өфөләге йорт-музейы директоры Хәлил Хәмзин белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, музей өлкәндәр генә түгел, ә йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡытай, Вьетнам, Төнъяҡ Корея граждандары Владимир Ленин тураһында яҡшы хәбәрҙар. Бынан тыш, элекке пионерҙар ҙа йорт-музейҙың эшенә иғтибар бүлә.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.