Өфө ваҡыты-Самауырлы ритайым

Студия ҡунаҡтары — проекттың ҡатнашыусылары Айназ Низаметдинов менән Әсғәт Йәһүҙин
  • Өфө ваҡыты-Самауырлы ритайым

Эфирҙа беҙ Өфө йәштәре араһында киң танылыу алған йәнле һәм йылы проект — «Самауырлы ритайым» тураһында һөйләштек. Студия ҡунаҡтары — проекттың актив ҡатнашыусылары Айназ Низаметдинов менән Әсғәт Йәһүҙин булды.

Ҡунаҡтар самауырлы кисәләрҙең нисек барлыҡҡа килеүе, уның маҡсаты һәм бөгөнгө йәштәр өсөн әһәмиәте тураһында уртаҡлашты. Уларҙың әйтеүенсә, халыҡ бейеүҙәре, йырҙар, шиғриәт һәм самауыр янында йыйылыу — йәштәр араһында дуҫлыҡты нығыта, милләт рухын һаҡлай һәм үҫтерә.

Әңгәмә ваҡытында «Самауырлы ритайым»дың йәш быуын араһында милли традицияларҙы нисек модаға әйләндереүе, гармун, баян һәм ҡурай моңдары яңынан популярлашып китеүе, һәм халыҡсанлыҡтың заманса формаларҙа сағылыуы хаҡында фекер алышынды.

Эфир милли рух, йылы хәтирәләр һәм илһам менән һуғарылды. Бындай кисәләрҙең күңелдәрҙе яҡынайтыуы, йәштәрҙе рухи яҡтан байытыуы асыҡ тойолдо.