“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышында Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина ҡатнашты. Билдәле алып барыусы, хеҙмәттәшебеҙ ошокөндәрҙә үҙенең тыуған көнө, 65 йәшен ҡаршылай.
Флүрә Ишбулат ҡыҙы әйтеүенсә, “зәңгәр экран” уның тормош мәғәнәһе, ғүмере асылы. Тамашасылар менән аралашыу, тапшырыуҙар алып барыу айырым оҫталыҡ һәм сабырлыҡ талап итә. Программала юбилярға һорауҙарҙы тамашасылар үҙҙәре биреп, изге теләктәрен еткерҙе.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
Экранға арналған тормош
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24