Өфө ваҡыты-Хәүефһеҙ йәй

Өфө ваҡыты-Хәүефһеҙ йәй
  • Өфө ваҡыты-Хәүефһеҙ йәй

Тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге темаһына арналды. Осрашыу барышында республикала ҡулланылған фото һәм видео теркәү камераларының эше, уларҙың юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүҙәге роле, иң йыш теркәлгән ҡағиҙә боҙоу осраҡтары хаҡында мәғлүмәт бирелде.

Айырыуса йәйге каникулдар осоронда балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде. Дәүләт автоинспекция тарафынан үткәрелгән профилактик саралар, йәмәғәтселектең һәм водительдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә яуаплы ҡарашы хаҡында фекер алышынды.

Эфир ҡунағы — Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт автоинспекцияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау төркөмөнөң айырым бурыстар буйынса өлкән инспекторы Линар Шамил улы Зиннуров булды