Өфөлә үҙ урынымды таптым

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға
  • Өфөлә үҙ урынымды таптым

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының шаршамбылағы сығарылышы ҡунағы – Башҡортостан, Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев булды. Сәхнә әһеле тыуған көнө – 65 йәшен билдәләй.
Милли эстрадала үҙ урынын тапҡан йырсы бөгөн Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры. Иҙрис Ғәзиев билдәләүенсә, йыр, музыкаға булған һөйөү уны 15 йәшендә баш ҡалаға алып килә. Ә бына сәнғәткә мөхәббәтте уға ата-әсәһе тәрбиәләй. Иҙрис Мөҙәрис улы бөгөн Рәсәй генә түгел, ә хатта Ҡытай студенттарына вокал серҙәрен өйрәтә. Тамашасыларҙың күпләп шылтыратыуы Иҙрис Ғәзиевтың халыҡ яратауын яулауына йәнә бер дәлил.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.