«Өфө ваҡыты» тапшырыуында үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү тураһында һүҙ йөрөттөк. Студиябыҙ ҡунағы – «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Салауат Кәримов. Ул үҙенең яңы китабын – «Башҡортостан – батырҙар төйәге» исемле повестар йыйынтығын тамашасыларға таныштырҙы. Был китаптағы һәр повесть тыуған яҡты яратырға, туған телде һәм халыҡ мәҙәниәтен хөрмәт итергә өйрәтә. Эфирҙа патриотик тәрбиәнең әһәмиәте, әҙәбиәттең рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүҙәге роле, шулай уҡ республикалағы баҫма матбуғат һәм педагогик эшмәкәрлек тураһында һөйләштек.
Өфө ваҡыты-"Башҡортостан - батырҙар төйәге"
Өфө ваҡыты-"Башҡортостан - батырҙар төйәге"







