"Башҡортостан 24" муниципаль телевизион каналындағы "Өфө ваҡыты" тапшырыуының сираттағы сығарылышы баш ҡаланың архитектураһына арналды. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполисты хәҙер ҙур үҙгәрештәр көтә. Мәҫәлән, "Өфө аръяғы" микрорайоны.
Дим һәм Затон араһындағы был биҫтә үҙ аллы бер район булырға тейеш. Ошо турала тапшырыуы ҡунағы Рәсәйҙең почетлы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Динар Хәлитов белдерҙе. Архитектор Динар Хәлитов һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә транспорт системаһын камиллаштырыуҙың тағы бер юлы билдәләнгән. Ул баш ҡаланы уратып аҡҡан йылғалар аша күперҙәр һалыу. Генераль планға ярашлы, ошондай 8 обьектҡа нигеҙ һалынырға тейеш.
"Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.







