35 йыллыҡ тарихы булған селекция үҙәге үҙ юбилейын билдәләгән көндәрҙә яңы маҡсаттар аныҡлай. Лимонарийға капиталь ремонт кәрәк. Ошо турала тапшырыуҙа ойошма етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған урмансыһы Фәриҙә Садыҡова белдерҙе. Фәриҙә Вәли ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, лимонарийҙа бынан 3 тиҫтә йыл элек 1 мең 200 төп лимон ағастары ултыртыла. Хәҙер иһә уларҙан йылына кәм тигәндә 19 тонна емеш йыйыла. Банан, папая, ҡәһүә ағастары коллекциялағы уникаль экспонаттар иҫәбенән.
Әлегә төп бурыстарҙың береһе – лимонарийға капиталь ремонт. Был мәсьәлә менән Өфө хакимиәте, Башҡортостандың башҡарма власть органдары ла яҡшы таныш.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.







