“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы башҡорт киноһына арналды. Был көндәрҙә Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһына 35 йыл. Ошо осорҙа киностудияла тиҫтәләгән фильм төшөрөлөп, республиканың бөгөнгө хәле, уның уҙғанына арналған бихисап документаль таҫмалар әҙерләнгән.
Киностудияның баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Иҫәндәүләтова билдәләүенсә, бөгөн Рәсәй киноиндустрияһында башҡорт режиссерҙары ижады яҡшы таныш. Милли ерлектә төшөрөлгән нәфис таҫмалар киң аудиторияла ҡыҙыҡһыныу таба.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
Башҡортса кино
Киностудияның баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Иҫәндәүләтова билдәләүенсә, бөгөн Рәсәй киноиндустрияһында башҡорт режиссерҙары ижады яҡшы таныш







