“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының йома сығарылышы баш ҡалала үтәсәк ҙур мәҙәни сара — “Татар жыры” фестиваленә арналды. Милли эстраданы үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурс хәҙер халыҡ-ара кимәлдә лә танылыу тапты.
Студия ҡунаҡтары: “Барс Медиа” компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы идараһы рәйесе Камил Гәрәев, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев тамаша, уның быйылғы үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
"Татар йыры"
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.







