Башҡорт эстрадаһында йырҙары, башҡарыуы менән билдәлелек яулаған хеҙмәттәшебеҙ үҙенең тыуған көнө – 50 йәшен ҡаршылай. Юбилейын ул тамашасылары менән бергә үткәрәсәк. 15-се декабрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Гөлдәр Ишҡыуатованың ижади кисәһе.
Гөлдәр Ишҡыуатова әйтеүенсә, бөгөн ул Өфөнән күсеп, Баймаҡта үҙ эше менән шөғөлләнә. Башҡорт халҡының милли аш-һыуҙарының береһе – ҡорот әҙерләүҙе сәнәғәт кимәленә сығарған йүнсел тамашасыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.
"Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға.







