Өфө ваҡыты - 11.12.2025 Өфө гәзиттәре

"Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.
  • Өфө ваҡыты - 11.12.2025 Өфө гәзиттәре

"Башҡортостан 24" телевизион каналының "Өфө ваҡыты" тапшырыуының кесаҙна, башҡорт телендәге сығарылышы ваҡытлы матбуғат сараларына ташламалы яҙылыу мәсьәләһенә арналды.

Республикала, 13-сө декабргә тиклем барасаҡ был кампанияның тәүге һөҙөмтәләре бар. Әммә, һандар ҡыуандырмай. "Башҡортостан" нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, республикала гәзит-журналдар алдырыусылар йыл һайын уртаса 8 процентҡа кәмей. Уҡыусылар һанының аҙайыуы, тәү сиратта, почта хеҙмәтенә бәйле.

"Киске Өфө" гәзите баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн гәзит-журналдар уҡыусыларын күбәйтеүҙә альтернатив юлдарҙы ла өйрәнергә кәрәк. Әммә, иң хәүефлеһе – миллиондан ашыу кеше йәшәгән Өфөлә бөгөн гәзиттәр бөтөнләй уҡылмай тиерлек.