"Урал батыр" эпосы көнө юғары кимәлдә үтергә тейеш!

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24
  • "Урал батыр" эпосы көнө юғары кимәлдә үтергә тейеш!

“Урал батыр” эпосы көнө юғары кимәлдә үтергә тейеш!

Ошо турала “Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева һәм республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Түлебаева белдерҙеләр. Студия эксперттары әйтеүенсә, бөгөн “Урал батыр” эпосын монетизациялау, йәғни, аҡсаға әйләндереү бурысы тора. Бының өсөн башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадының үлемһеҙ өлгөһөн ныҡлап өйрәнергә, ундағы ваҡиғалар, геройҙарға нигеҙләнеп төрлө проекттарҙы бойомға ашырырға кәрәк. Мәҫәлән, йәмәғәт туҡланыу үҙәктәрендә Урал-батыр эпосына таянып, милли аш-һыу әҙерләү, төрлө кейемдәр, сувенирҙар етештереү.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.