“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы баш ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы эшһеҙлеккә арналды. Мәсьәләне социаль яҡтан киҫкен тора, тип атарға мөмкин. Бөгөн вакансиялар үҙәгендә иҫәптә торған 3 мең ярым самаһы граждандың 67 проценты ҡатын-ҡыҙ. Гүзәл заттар өсөн декрет ялынан һуң хеҙмәт урындары табыу ауырға тура килә. Тапшырыу эксперттары – “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәгенең Башҡортостандағы бәйләнеш-үҙәк секторынан Земфира Вәлиева һәм Роза Батыраева әйтеүенсә, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш менән тәьмин итеү өсөн, уларҙы ҡайтанан уҡытып, яңы һөнәр биреү юлдары ла камиллаша.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.







