“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышында республиканың гидротехник ҡоролмаларын файҙаланыу буйынса идаралыҡтың баш инженеры Салауат Юнысов ҡатнашты.
Студия эксперты билдәләүенсә, быйыл ҙур һыуҙың көсө артыҡ юғары булмаһа ла, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек кәрәк. Был йәһәттән һыуһаҡлағыстар, быуаларҙың төҙөклөгө – именлек нигеҙе.
Өфө өсөн Ағиҙел дә, Дим дә берҙәй ҡурҡыныслы, тигән фекерҙә Салауат Әхмәт улы. Бөгөн баш ҡалала һыу баҫҡан биләмәләрҙән халыҡты хәүефһеҙ урынға күсереү өсөн бөтә юлдар билдәләнгән.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.







