Яугирҙарыбыҙҙы эҙләү дәүләт өсөн беренсе пландағы мәсьәлә. Төп бурыс — ошо мәсьәләләрҙе республикабыҙ халҡы өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк һәм һөҙөмтәле хәл итеү тәртибен булдырыу. “Өфө ваҡыты” тапшырыуында ошо ғәмәлдең нескәлектәре тураһында “Ватанды Һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина менән әңгәмәләштек.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.







