Һаҡ булығыҙ: Талпан миҙгеле!

Талпан нимәһе менән ҡурҡыныс һәм унан һаҡланыу саралары ниндәй? Вируслы энцефалит һәм бореллиоз сирҙәре ниндәй хәүеф тыуҙыра? Талпан ҡаҙалғас нимә эшләргә?
  • Һаҡ булығыҙ: Талпан миҙгеле!

“Өфө ваҡыты” тапшырыуында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы баш белгес-эксперты Гөлфиә Сәләхетдинова һәм йоғошло ауырыуҙар республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире, юғары категориялы табип-инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ. Хәйерле кис! Фәғилә Ғаязовна, Гөлфиә Мөхәммәтовна!

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.