Башҡортостанда һалағыш миҙгеле асылды. Йылдан-йыл республика йылғалары буйлап сәйәхәт итергә теләүселәр һаны арта. Миҙгел дауамында йыл һайын катамарандарҙа 60-тан 80 меңгә тиклем турист ағып төшә. Кемдер үҙаллы, ә кемдер туристик компанияларға мөрәжәғәт итә. Ялыбыҙ тик сағыу, онотолмаҫ тәъҫораттар ҡалдырһын өсөн, ғаилә һәм дуҫтар менән ялдә нисек дөрөҫ ойошторорға. “Өфө ваҡыты” программаһында Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының әйҙәүсе белгесе Әлфиә Ильясова һәм Башҡортостандың туриндустриялар ойошмаларының төбәк берлеге башҡарма директоры Айгөл Рәхмәтуллина менән тап ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.







