Берҙәм дәүләт имтихандары

"Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.
  • Берҙәм дәүләт имтихандары

Үҙ көсөңә ышанырға һәм маҡсаттарға ҡыйыу ынтылырға! Дәүләт имтихандарының төп этабы башланыуға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Быйыл 54 мең туғыҙынсы һәм 17 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы имтихан тапшырасаҡ. "Өфө ваҡыты" тапшырыуының сираттағы сығарылышында Берҙәм дәүләт имтихандарына ҡағылышлы үҙгәрештәр һәм һуңғы әҙерлектәр хаҡында Башҡортостан мәғарифын үҫтереү институтының мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге директоры Рөстәм Рәмов менән һөйләштек.