Изге Ҡорбан ғәйете

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.
  • Изге Ҡорбан ғәйете

Башҡортостан мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәр васыяттарын теүәл үтәй. Диндарҙар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙе онотмай. Ҡорбанға килтерелгән малдарҙың иттәренең бер өлөшө алғы фронтҡа тыуған ер күстәнәсе итеп оҙатыласаҡ. Ошо турала “Өфө ваҡыты” тапшырыуында Өфө ҡалаһы һәм Өфө районы имам-ахуны урынбаҫары Зөфәр Союханғолов белдерҙе.

Тура эфирҙа барған әңгәмәлә дин әһеле тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындарған һәм ислам диненә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.