Мәҙәни Өфө. "Өфө ваҡыты" тапшырыуының кесаҙна сығарылышы баш ҡаланың мәҙәни тормошо һәм сәнғәт йүнәлешендәге яңы проекттарға арналды. Студия ҡунағы — Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов әйтеүенсә, бөгөн Өфө алдында ҙур бурыстар тора. Уларҙың береһе — Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортон тулыһынса реконструкциялау. Өфө Дәүләт циркын капиталь ремонтлау ҙа иғтибар үҙәгендә. Башҡортостандың "Алтын битлек" театраль фестиваленең йомғаҡлау өлөшөн ҡабул итеүгә лә ышанысы ҙур. Министрлыҡ етәксеһе билдәләүенсә, бөгөнгө шарттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә яңы спектаклдәр әҙерләү, документаль таҫмалар төшөрөү ҙә көнүҙәк.“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға.
"Өфө ваҡыты" - Мәҙәни Өфө
Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24







