“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна, башҡорт телендәге сығарылышы баш ҡалала уҙған “Креатив индустрия көндәренә” арналды. Был форум республика өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки, субъектта һуңғы йылдарҙа иҡтисадтың тап ошо йүнәлешенә айырым өҫтөнлөк.
Студия эксперттары: модельерҙар Сәймә Хәсәнова, Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар менән һөйләшеүҙә креатив тармаҡ һәм ундағы халыҡ кәсептәре сағылышы тураһында ентекле һөйләшеү үтте.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.







