"Өфө ваҡыты" - Йыр фестивале

Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24
  • "Өфө ваҡыты" - Йыр фестивале

Өфө “Татар йыры” халыҡ-ара фестивален ҡаршылай. Бынан 26 йыл элек старт алған музыкаль форум, унда ҡатнашыусылар менән хәҙер Башҡортостан халҡы яҡшы таныш. Фестиваль концерттарының береһе “Өфө-Аренала” үтәсәк.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуының шишәмбе сығарылышы ла быйылғы конкурс үҙенсәлектәре, маҡсаттарына арналды. Студия ҡунаҡтары - “Барс Медиа” компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы идараһы рәйесе Камил Гәрәев, Башҡортостан, Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.