“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылыш ҡунаҡтары – Әбйәлил ирекмәндәре. Районда ойошторолған “Талисман” командаһы хәҙер йылдар дауамында алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә ярҙам итә. Гуманитар йөк, уны туплау, тәғәйен урынға лаып барыуҙы ла команда үҙ өҫтөнә алған.
“Талисман” командиры Шөһрәт Әширов билдәләүенсә, изге эштә бөтә район халҡы ҡатнаша. Автомобилдәр, генераторҙар һатыу алыу өсөн аҡсаны ҙур предприятиелар, эшҡыуарҙар бүлә. Координатор Вәлиә Ямалова, мәҫәлән, шәхсән 7 тапҡыр гуманитар йөк менән махсус хәрби операция зонаһына барып ҡайтҡан.
Ирекмән Фәнүзә Ғилманова билдәләүенсә, “Талисмандың” изге эшенә башҡа райондарҙан ҡушылыусылар ҙа бар.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.







