Ваҡытлы матбуғат ваҡыты

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24
  • Ваҡытлы матбуғат ваҡыты

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна, башҡорт телендәге сығарылышы гәзит-журналдарҙың бөгөнгө хәле, уларҙы борсоған мәсьәләләргә арналды.

Был юҫыҡта һөйләшеүҙең сәбәбе бар. Киләһе аҙнанан республикала ваҡытлы матбуғатҡа ярты йыллыҡҡа яҙылыу буйынса “ташламалы 10 көнлөк” иғлан ителә. Льготалы осор маҡсаты – гәзит-журналдар алдырыусылар һанын арттырыу.

“Йәншишмә” гәзите, “Шоңҡар”, “Тамаша” журналдары өсөн яуаплы мөхәррирҙәр билдәләүенсә, бөгөнгө шарттарҙа милли телдәге баҫмаларҙы һаҡлап ҡалыу дәүләт кимәлендәге бурыс. Район-ҡала китапханаларын башҡорт-татар телендәге баҫмалар менән тәьмин итеү ҙә иғтибарҙа булырға тейеш.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир телефоны 8-347-246-26-84, МАХ ҡушымтаһы һандары 8-937-840-24-24.