Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙың темаһы автомобиль тәҙрәләрен тонировклау тураһында булыр. Ҡағиҙәләр һәм уйҙырмалар тураһында белгестәр менән фекер алышырбыҙ. Ҡояшлы миҙгел башланыу менән автомомбиль тәҙрәләрен ҡапларға яратыусылар һаны арта. Кемдер машинаһы матур, затлы күренһен өсөн дә эшләтә быны. Машина тәҙрәләрен ҡараңғылатыу нимәһе менән ҡурҡыныс тыуҙыра?
Беҙҙең менән элемтәлә — автоэксперт Хәлим Әйүпов һәм Башҡортостан Республикаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының өлкән инспекторы, полиция майоры Линар Зиннуров.