Бөгөн беҙҙең иғтибар үҙәгендә — юлдарҙа балалар хәүефһеҙлеге һәм «Иғтибар, балалар!» акцияһы. Балалар ҡатнашлығындағы фажиғәләрҙе кәметеү, йәш быуын менән тәрбиәүи эштәр башҡарыу.
Тапшырыуыбыҙ эксперты менән таныштырабыҙ – бөгөн беҙҙең һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының өлкән инспекторы, полиция майоры Линар Зиннуров яуап бирә.