Беҙ хәүефһеҙлек яҡлы - 10.09.2022 Йәйәүлеләр ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү профилактик саралары

Йәйәүлеләр ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү профилактик саралары
Беҙ хәүефһеҙлек яҡлы - 10.09.2022 Йәйәүлеләр ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеү профилактик саралары

Юл-транспорт фажиғәләре ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын булып тора. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан профилактик саралар даими үткәрелеп торһа ла, улар һаны кәмемәй.

Нимә сәбәпсе, кем ғәйепле, водителме, йәйәүлеме, вайымһыҙлыҡмы, иғтибарһыҙлыҡмы, белем етмәүме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ бөгөн. Ә инде уларға яуап табырға Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан полиция өлкән лейтенанты Салауат Атанғолов һәм билдәле автоэксперт Хәлим Әйүпов ярҙам итә.