Яңы көн - 20.09.19 Саҡмағошҡа голштин тоҡомло 245 баш мал ҡайтарылды

Смотрите выпуск Яңы көн - 20.09.19 Саҡмағошҡа голштин тоҡомло 245 баш мал ҡайтарылды
Яңы көн - 20.09.19 Саҡмағошҡа голштин тоҡомло 245 баш мал ҡайтарылды

Күптән түгел, Даниянан голштин тоҡомло 245 баш тана ҡайтарылды. Таналар бер аҙна буйына юлда килде. Сит ил һәүкәштәре Башҡортостандың Саҡмағош районын төйәк итте. Бында уларҙан юғары сифатлы һәм иң мөһиме яҡшы күләмдә продукция алырға иҫәп тоталар. Йыл башынан Башҡортостан аграрийҙары 5 мең 300 баш тоҡомло тана һатып алған. Уларҙың 2 мең 400-ҙән ашыуы сит илдән килтерелгән. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Туймазы, Саҡмағош, Ҡалтасы, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондары хужалыҡтары селекция эшенә ҙур иғтибар бүлә. Сит илдән килтерелгән һәүкәштәр 30 көн карантинда тотола. Таналар айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн махсус тикшереүҙәр ҙә үтә. Белгестәр билдәләүенсә, таналар аҙбарҙарға ингәнсе, тәү сиратта, зарарлы ауырыуҙарҙы асыҡлау зарур. Сөнки, сирҙәрҙең башҡа малҡайҙарға таралыуы ихтимал. Хужалыҡта әле 8 мең баш мал иҫәпләнә. Уларҙың 2 мең 100-ҙән ашыуы һауын һыйыры. Тап голштин тоҡомлолары яҡшы һөт бирә. Бында тәүлегенә 50 тонна һөт һауылып, оҙатыла. Яңы килтерелгән таналар ғинуарҙан һуң быҙаулай башлар, тип көтөлә. Предприятие һауымды тәүлегенә 100 тоннаға еткерергә планлаштыра. Йыл аҙағына тиклем республикаға 12 меңдән ашыу тоҡомло мал ҡайтарылыр тип күҙаллана. Уларҙың 8 меңдән ашыуы - таналар. Мал һатып алған хужалыҡтарға хөкүмәт субсидия бүлә. Мәҫәлән, тана өсөн ул 50 мең һум күләмендә ҡаралған.