Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры октябрҙә ижад миҙгелен аса.
Шулай ҙа, сентябрҙә үк коллектив үҙенең тамашасыларын спектаклдәр менән һөйөндөрә башлай. Театр миҙгелгә бихисап яңылыҡтар менән аяҡ баҫа. Ә кисә актерҙар экспедициянан ҡайтты. Бар яңылыҡтарҙы үҙҙәренән ишетәйек. Театрҙың әҙәби-драматик бүлек етәксеһе Эльвира Дәүләтбирҙина, актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгизә Ғилманова һәм театр актеры Айҙар Шәмсетдинов бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.