Беҙгә кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә кәрәк. Был турала мәскәүҙә ТАСС агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Республика башлығы белдерҙе. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика төбәк тулайым продуктының 30 проценты кесе һәм урта бизнесҡа тура килә, шул уҡ ваҡытта экспортҡа сығарылған тауарҙың ни бары 6-7 проценты ғына кесе бизнес иҫәбендә. Ҡытайҙа, мәҫәлән, был 80 процентҡа етә. Октябрь айында Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС дәүләттәренең кесе бизнес форумы эшҡыуарлыҡты йәнләндереү юлдарын тикшерәсәк. Әйткәндәй, билдәле компаниялар ҙа, шулай уҡ Европа дәүләттәре лә был сарала ҡатнашыу теләген белдерә. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумын үткәреү республиканың танылыуына булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдарын тикшереү үҙәгенә әйләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдарын тикшереү үҙәгенә әйләнә