Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр мәсьәләһен контролгә алды. Республика етәксеһе хөкүмәт вәкилдәре һәм яуаплы ведомстволар менән осрашып төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереп алданыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү, намыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙы яуапҡа тарттырыу мәсьәләләрен барлап сыҡты.
Радий Фәрит улы ике аҙна эсендә һәр объект буйынса эш графигын әҙерләргә, ә ай ярымдан финанслау схемаларын өҫтәлгә һалырға бойорҙо. Республика етәксеһе был мәсәьәләне шәхси күҙәтеү аҫтында тотасағын белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала әлеге ваҡытта 33 проблемалы объект, алданған өлөшсөләр исемлегендә 2 меңдән ашыу кеше.