“Башстрой” төҙөлөш компанияһы эшмәкәрлегенән зыян күреүселәр үҙ мәсьәләһенә иғтибар йәлеп итеү маҡсатында ошондай сараға барырға мәжбүр. Законлы торлаҡтарын алыр өсөн улар һаулығы менән дә фиҙа ҡылырға әҙер. Өлөшсөләр хәҙер инде ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп, кемдең ишеген шаҡырға ла белмәй, шулай ҙа 4 йылға һуҙылған баш бәләһен хәл итеү өсөн улар бөтәһенә лә әҙер.Был юлы 9 кеше аслыҡ иғлан итте. Улар барыһы ла “Башстрой” ойошмаһы директоры Радик Ҡайғолов эшмәкәрлегенән зыян күреүселәр. Мутлашыусы 5 йыл элек булмаған фатирҙарҙы бер нисә ҡабат һатып тиҫтәләгән кешене алдай. Зыян күреүселәр былтыр аслыҡ иғлан иткәндән һуң ҡала хакимиәте мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләй. Добролюбово микрорайонында ер бүлеп бирелде, ти активистар.Тишек кәритәлә ултырып ҡалған халыҡты иң борсоғаны-енәйәтсенең бөгөнгө көндә иректә булыуы. Ҡайғолов төрмәлә 8 ай ғына ултырып өлгөрә, уны ваҡытынан алда сығаралар.Стәрлетамаҡ хакимиәте мәсьәләнең ҡасан хәл ителерен аныҡ ҡына әйтә алмай. Шулай ҙа ул хәл ителәсәгенә ышандыра. Бүленгән ер биләмәһендә яңы йорттар төҙөлөсәк, уның бер өлөшө алданған өлөшсөләргә тәғәйенләнгән.Вәғәҙәләр ишетеп арыған халыҡ хәҙер буш һүҙҙәргә генә ышанмай. Улар юридик көскә эйә документ булыуын талап итә. Шул уҡ ваҡытта аслыҡ иғлан ителгәне бирле улар янына чиновниктарҙың береһе лә килеп урамаған. Шуға ла ҡаршылыҡ акцияһын өлөшсөләр дауам итергә мәжбүр.
Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләр аслыҡ иғлан итте
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләр аслыҡ иғлан итте