Башҡортостан дәүләт концерт залында Республикабыҙҙың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын юбилейы менән Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров ҡотланы.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20 йылдан ашыу Башҡортостан ҡыҙы журналының баш мөхәррире, Рәсәй ҡатындары берлеге рәйесе, Башҡортостандың башҡорт ҡатындары йәмғиәте рәйесе булып эшләй, Өфө ҡала советы депутаты, Рәсәйҙең 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Башҡортостандың Дәүләт йыйылыш-ҡоролтайының 3-сө саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Шағирә һәр ваҡыттағыса үҙенең уҡыусылары ни менән булһа ла ғәжәпләндерергә күнеккән. Юбилей кисәһенә иһә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ҡәҙимгесә эшләпәлә түгел, таштар менән матур итеп биҙәлгән зиннәтле кейемдә сыҡты. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының иң беренсе шиғыры 13 йәшендә Башҡортостан гәзитендә баҫылып сыға. Шунан башлап шиғыр артынан шиғыр баҫма биттәрен тулыландыра. Беренсе китабы иһә студент йылдарында донъя күрә. Тәүге әҙәби әҫәрҙәрен бәләкәй һеңле-ҡустыларына бағышлап яҙған әҙибә балалар өсөн шиғырҙары менән киң таныулыҡ яулай. Тап кескәҙәр өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәре Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия менән билдәләнә. Быйыл Гөлфиә Юнысова ижади тормошоноң да юбилей датаһын билдәләй. 7-се тиҫтәһен ваҡлаған шағирә әҙәбиәттә 50 йыл, журналистика өлкәһендә 45 йыл эшләй. Әлеге ваҡытта Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Башҡортостандың билдәле кешеләре хаҡында мәҡәләләрен туплап, 3 китабын баҫмаға әҙерләй. Кисәлә иһә шағирәнең “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан” тип аталған яңы китабы юбилярға тапшырылды. Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙары көйгә һалынған. Гөлфиә Юнысова ижадында тыуған яҡтары Әлшәй, Дим буйҙары бик ҙур урын биләй һәм көйгә һалынғандарын яҡташтары ихлас башҡара. Юбилей сараһында байтаҡ ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Әлшәйҙәр иһә яҡташына туҡылған балаҫ бүләк итте. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының киләсәккә пландары күп. Шулай ҙа балалар яҙыусыһы булараҡ танылған шәхес тап балалар өсөн шиғырҙарын тағы ла байытып, заманға тура килтереп, уларға кәрәкле темаларҙы күтәрергә йыйына.