Туймазы районындағы ғәҙәттән тыш хәл республика халҡын тетрәндерҙе. Бында янғында өс баланың ғүмере өҙөлдө.
Асыҡланыуынса, әсәй кеше өс баланы бикләп кәйеф күтәрергә китә. Янғын сыҡҡас, сабыйҙар төпкө бүлмәгә инеп йәшенә. Был кадрҙарҙы ҡаза күреүселәрҙең күршеләре төшөргән. Янғын ялмаған йорт хужабикәһенең әхирәте уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр телефонына шылтыратыуҙы үтенеп уятҡан. Янғын һүндереүселәр 20 минут эсендә ут таралыуына сик ҡуя, иртәнге сәғәт дүрткә янғын тулыһынса һүндерелә.
Утта йорт хужабикәһенең дүрт һәм ике һәм уның әхирәтенең дүрт йәшлек балаларының һәләк булыуы һуңынан асыҡлана. Урындағы хәкимиәт вәкилдәре фаразлауынса, ут төҙөк булмаған электр сымдарынан йәиһә балаларҙың шырпы менән уйнауынан сыҡҡан.
Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге мәлдә ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара. Суд экспертизаһы көтөлә. Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәнең иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡаны һәм полицияла иҫәптә торғаны мәғлүм.