Туймазы ҡалаһындағы “Сулпан” биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды

Тулыраҡ: Туймазы ҡалаһындағы “Сулпан” биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһы асылды

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын шәхси инвестор төҙөй. Объект кәрәкле программаға инмәү сәбәпле оҙаҡ йылдар файҙаланыуға тапшырылмаған. Декабрь айында Радий Хәбировтың эш сәфәрендә ваҡытында урындағы халыҡ ошо мәсьәлә менән мөрәжәғәт иткәс кенә балалар баҡсаһы шат тауыштарға күмелде.

Яңы балалар баҡсаһын ул түҙемһеҙләнеп көтә ине, тип шатлығы менән уртаҡлаша йәш әсә Гөлнара Латыпова. Туймазы ҡалаһындағы “Сулпан” биҫтәһендә төҙөлә башлаған күп ҡатлы йорттағы фатирҙы ла ғаилә юҡҡа ғына һатып алмай.Урындағы халыҡты бигерәк тә, балалар баҡсаһы менән йорттоң йәнәш тороуы ҡыуандыра. Ике ҡатлы бинаның асылыуын халыҡ күптән көтә ине. Быйыл уларҙың хыялы тормошҡа ашты ла инде.

Тантанаға район хакимиәте башлығы һәм ата-әсәләр йыйылды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 110 урынға иҫәпләнгән. Барлығы алты төркөм эшләйәсәк. Һәр бер бүлмә яңы карауат, уйынсыҡтар, шкаф, интерактив таҡта һәм телевизор менән тәьмин ителгән. Сараға килгән ата-әсәләр ҙә учреждение һәм уның хеҙмәткәрҙәре менән яҡындан таныша алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы биҫтәлә йәшәүселәр балалар баҡсаһының тиҙерәк асылыу теләген белдереп республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында мөрәжәғәт иткәйне. Балалар баҡсаһы ошо биләмәлә төҙөлөш алып барған ойошма тарафынан сафҡа индерелгән. Төбәк етәксеһе был эштәрҙе тиҙләтергә һәм мәктәпкәсә учреждениены 2019-сы йылдың башында тапшырырға ҡушҡайны.

Яңы обьектты сафҡа индереү өсөн ике ай ваҡыт талап ителә. Балалар баҡсаһы ихатаһы ла тулыһынса әҙер. Әйткәндәй, мәктәпкәсә белем биреү учреждение хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәр менән бергә яҙғыһын ошо урынға ағастар ултыртыу теләге менән янып йәшәй.Туймазы ҡалаһындағы “Сулпан” биҫтәһен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған.

Балалар баҡсаһынан тыш, әле бында яңы социаль объекттарҙы ла сафҡа индереү күҙаллана. “Сулпан” биҫтәһендә биш күп ҡатлы йорт төҙөлгән, юлдар һалынған. Ошо көндәрҙә халыҡты борсоған урамдар араһындағы яҡтыртыу мәсьәләһе лә хәл ителгән.