Яңы балалар баҡсаһы

Тулыраҡ: Яңы балалар баҡсаһы

Кузнецов затоны биҫтәһендә көтөп алынған ваҡиға. Унда балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Ул Демография милли проекты сиктәрендә федераль һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөләсәк. Объект 260 балаға иҫәпләнгән. Был тарихи ваҡиғаны Кузнецов затоны биҫтәһендә йәшәүсе йәш ғаиләләр түҙемһеҙлек менән көттө. Ниһәйәт яңы балалар баҡсаһын төҙөү эше башланды. Бинаның беренсе свайҙары ҡағылған да инде. Генераль подрядсы йыл аҙағына тиклем нигеҙ эштәрен тамамларға ниәтләй. Балалар баҡсаһы акадеимк Ғатауллин һәм Булат Имашев урамдары араһында урынлаша. Проектты әҙерләүселәр ғәҙәти ҡалыптарҙан китеп, балалар баҡсаһын үҙенсәлекле, заманса итеп күрергә теләгән. Объекттың тотош майҙаны 5 мең квадрат метрҙан артығыраҡ. 3 ҡатлы бинала 2 лифт, 12 төркөм өсөн 12 майҙансыҡ, күләгәле лапаҫ, махсус түшәмле 14 спорт майҙансығы һәм башҡа ҡаласыҡтар ҡаралған. Кузнецов затоны биҫтәһе  — сағыштырмаса яңы район. Бында башлыса бәләкәй балалары булған йәш ғаиләләр тора. Балалар баҡсаһы, мәктәп мәсьәләһе урындағы халыҡ өсөн көнүҙәк. Әлеге ваҡытта Кузнецов затоны биҫтәһендә бер генә балалар баҡсаһы эшләй. Унда 64 бала йөрөй. Башҡа ата-әсәләргә балаларын шәхси баҡсаларға, йә ҡала үҙәгенә йөрөтөргә тура килә. Яңы төҙөлөштең башланыуына ата-әсәләр шатлығын йәшермәй. Социаль объекттар төҙөү  — республикала өҫтөнлөклө йүнәлеш. Ошо йәһәттән һуңғы йылдарҙа милли проект сиктәрендә төҙөлгән объекттар һаны ла ярайһы уҡ артты. Яңы балалар баҡсаһын төҙөүселәр 2021 йылдың аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй.